Федоровка районы Динес ауылы халҡы дәүләт программаһында ҡатнашырға ниәтләй

Федоровка районы Динес ауылы советы биләмәһендә йәшәүселәр урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында Кирюшкин мәктәбенең спорт залын ремонтларға ниәтләй. Бинаның ҡыйығын һәм тәҙрәләрен алыштырыу талап ителә. Әлеге ваҡытта ҡыйыҡтан һыу тама, тәҙрәнән ел өрә. Ауылда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә спорт менән теләп шөғөлләнә. Проектты алға сығарыр өсөн ауылдаштар төрлө саралар - һүрәттәр конкурсы, флешмобтар, ярыштар, концерт ойошторған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ