Ил президенты видеоэлемтә аша төбәктәрҙә яңы объекттарҙы асыуҙа ҡатнашты. Өфөлә күптән түгел балалар онкология һәм гематология үҙәге эш башланды. Республика Башлығы Радий Хәбиров был үҙәктең көтөп алынған һаулыҡ һаҡлау объекты булыуы тураһында белдерҙе.
Владимир Путин Башҡортостанда балалар һаулығын яҡшыртыу буйынса башҡарылған эштәргә яҡшы баһа бирҙе.
Балалар онкология һәм гематология үҙәге 2021 йылда төҙөлә башланы. Төҙөлөш өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолдо.







