Ғәҙел һәм асыҡ һайлау. Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлау барышында тауыш биреү участкаларында 10 меңгә яҡын бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе эшләйәсәк. Махсус уҡыу үткән күҙәтеүселәр йәмәғәт палатаһы штабы тарафынан әҙерләнә.
Өфөлә йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу уҙған йылда ноябрь айында уҡ башланды. Уларҙың күбеһе сәйәси кампаниялар барышын тикшергән тәжрибәле белгестәр. Юристар, уҡытыусылар, студенттар, ауыл эшсәндәре һәм башҡа һөнәр эйәләре бойондороҡһоҙ рәүештә тауыш биреү процессын күҙәтеп барасаҡ.



