Башҡорт дәүләт медицина университетында «Медзнайка» проектының тәүге курсы уҡыусыларына дипломдар тапшырылды. «Медзнайка» уҡыу йортоноң яңы проекттарының береһе, ул 5-9 класс уҡыусылары өсөн иҫәпләнгән. Проект сәғәт ярымлыҡ 11 дәресте үҙ эсенә ала. Курс барышында балалар 5 программа- «Минең иммунитетым», «Микробтар донъяһы» «Стоматолог һәм мин», «3Д моделләштереү» һәм «Күҙҙәр» буйынса дәрестәр тыңлай. Улар барыһы ла уйын форматында, уҡыусыларға еңел, аңлайышлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрелә. Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов курстың тәүге сығарылыш уҡыусыларына дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы, киләсәктә был уҡыусыларҙы студенттар сафында күреүенә ышаныс белдерҙе.
Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары әйтеүенсә, был һөнәри йүнәлеш биреүҙең иң һөҙөмтәле алымы. Сөнки уҡыусы мәктәп партаһы артында уҡ теге йәки был һөнәрҙең уға оҡшаймы-юҡмы икәнен аңлай. Шуға күрә лә уҡыу йортонда проектты артабан да ғәмәлгә ашырырға иҫәп тоталар. Әле вузда проект сиктәрендә икенсе төркөм шөғөлләнә башлаған да инде. Улар хәҙерге ваҡытта стоматололгия факультеты уҡытыусылары менән теш дауалау үҙенсәлектәрен өйрәнә. Бында курста шөғөлләнеүселәр өсөн медицина ҡоролмалары ла, кәрәк-яраҡтар ҙа бар.






