Гәрәбаш, Танып, Сорғолдо ауылында йәшәүселәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә обелиск асыу теләген белдерҙе. Инициатив төркөм вәкилдәре әйтеүенсә, махсус хәрби операция осоронда ата-бабалар ҡаһарманлығы, батырлығы яугирҙарға рухи көс өҫтәп торасаҡ.
Гәрәбәш ауылында Хәтер һәм Дан скверын төҙөү өсөн ике миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә. Ауыл халҡы һайлап алыу этабында еңеп сығып, илһөйәрлек проектын тормошҡа ашырыуға өмөтләнә. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаы буйынса Тәтешле районы биләмәләре ун йыл эсендә 6 миллион һумға төҙөкләндереү эштәрен башҡарған. Хәтер һәм Дан скверынан башҡа алдағы йылдарҙа Сорғолдо ауылы музейында тәҙрәләрҙе яңыртыу, ремонт үткәреү күҙаллана.






