Аҡъяр ауылында йәшәүсе тыл ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләй

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй һәм бабайҙар. Әммә был ҡәһәрле йылдарҙың халыҡ хәтеренән юйылыуы мөмкин түгел. Аҡъяр ауылында йәшәүсе тыл ветераны Сабира Юлдашбаева ла һуғыш осороноң тере шаһиты. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләй.

Беҙҙең бала саҡты ҡәһәрле һуғыш тартып алды, ти Сабира өләсәй. Уның үҫмер сағы ошо ауыр, ҡурҡыныс йылдарға тура килә. Йәш кенә ҡыҙ башҡалар менән бер рәттә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға бар көсөн һала.

Ауыр йылдарҙа сынығып үҫкән ҡыҙ, артабан да бирешмәй, тормош ауырлыҡтарына зарланмай тырышып эшләй. 22 йәшендә Абдулла исемле егеткә кейәүгә сыға.Йәштәр Аҡъяр ауылында донъя көтә башлай. 6 бала тәрбиәләп үҫтерә Юлдашбаевтар. Сабира Сәхиулла ҡыҙы бар ғүмерен беренсе һанлы мәктәпкә бағышлай.

Һикәлтәле тормош юлында һынмаған геройыбыҙ барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Әле геройыбыҙға 95 йәш тулған. Хәҙерге көндә Сабира Сәхиулла ҡыҙы бәхетле ҡартлығын яҡындарының, кесе улының ҡәҙер-хөрмәтендә кисерә.

Сабырлыҡ, тырыш хеҙмәт менән үткән хөрмәтле геройыбыҙҙың ғүмере күптәр өсөн өлгө. Уға артабан да шулай күңел күтәренкелеген һаҡлап, яҡындарына, балаларына терәк-таяныс, кәңәшсе булып йәшәүен теләргә генә ҡала.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ