Башҡортостанда «Герой ҡатыны» федераль проекты буйынса фотосессиялар дауам итә

Акцияла яҡындары махсус хәрби операцияла булған гүзәл заттар, уларҙың балалары ҡатнаша. Фотостудияла эш барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Улын күҙ алдына баҫтырыу менән күңеле тула. Иглин районы Алаторка ауылынан килгән ханымдың ғәзизе йыл ярым ут эсендә. Әйткәндәй, ҡоҙағыйының да улы махсус хәрби операцияла. Бер уй, көтөү һәм һағыш берләштерә уларҙы. Фотопроектҡа ла бергә килгәндәр.

«Герой ҡатыны» фотопроекты 2022 йылдан тормошҡа ашырыла. Һамар ҡалаһында барлыҡҡа килгән башланғыс бөгөн Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгендә тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдат ҡатындары хәрби кейемдә фото төшөп ирҙәренә хат яҙа. Проект һөҙөмтәләре - видеоматериалдар, фотолар менән социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин. Республикала берләшмә эшмәкәрлеген офицер ҡатыны Эльвира Мацкевич көйләй.

Фотопроект башланғандан алып беҙ ирекмәндәр менән эшләйбеҙ, фоторәссамдар, визажистар бөтәһе лә бушлай эшләй. Ирем махсус хәрби операция башланғандан унда. Өс тапҡыр ялға ҡайтып китте.

Эльвира Мацкевич, «Ватан хәрбиҙәре ғаиләләре» комитеты етәксеһе

Акция республиканың 30 муниципалитетында уҙған. Уға хәрбиҙәрҙең ҡатындары, һалдат әсәһе, яугирҙарҙың тол ҡатындары, һеңлеләре - бөтәһе 1500 ашыу ғаилә ҡушылған.

Фотоға һәр кем китель кейеп төшә. Бер төрлө яҙмышлы ҡатындар бергә булғанда еңелерәк. Беҙ ирҙәребеҙҙе яратыуыбыҙҙы, көтөүебеҙҙе ошо акция аша ла белдерәбеҙ. Ирем офицер, махсус хәрби операция ул ике йыл.

Велина Михайлова, фоторәссам

Ойошма өсөн Өфөлә йәмәғәт башланғысында эшләргә фотостудия бүленгән. Тиҙҙән баш ҡалала фотопроекттың күргәҙмәһе асыласаҡ.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ