Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында сығарылыш уҡыусыларының осрашыуы үтте

Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында сығарылыш уҡыусыларының осрашыуы үтте.

Сараға килгән һәр кем бала саҡ дуҫтарын, уҡытыусыларын осратты, оло тормошҡа юллама биргән гимназияла үткән уҡыу йылдарын иҫкә төшөрҙө. Йыл һайын февралдең беренсе шәмбеһенә тура килгән көндә синыфташтар осрашыуын ойоштороу йолаға әйләнгән. Быйыл өс быуындың юбилейы үтте, тип әйтергә мөмкин. Гимназияны 45, 40, 35 йыл элек тамамлаусылар саҡырылған. Белем усағында башлыса музыкаль йүнәлешкә баҫым яһала, ләкин сығарылыш уҡыусылары араһында билдәле йырсылар һәм музыканттар ғына түгел, ә республика, ил кимәлендә танылыу яулаған фән, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хәрбиҙәр ҙә бар. Гимназия-интернатының әлеге уҡыусылары һәм уҡытыусылары сара ҡунаҡтары өсөн концерт программаһын тәҡдим итте.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ