Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкының 9 яугирына Шайморатов миҙалы тапшырҙы

Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияла бер йылға яҡын, егеттәр әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ошо көндәрҙә улар яңынан алғы һыҙыҡҡа юллана. Яугирҙар араһында төрлө быуын вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләре бар. Мәҫәлән «Зак» ҡушаматлы яугир Хәйбулла районынан, һөнәре буйынса шахтер. Ә «Гризли» ҡушаматлы яугирға киреһенсә тыныс тормошта бейеклектә эшләргә тура килә, ул сәнәғәт альпинисы. Яҙмыштары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙең бөтәһен дә илһөйәрлек тойғоһо бәйләй, улар имен киләсәк өсөн ил һағына баҫҡан. Шайморатов миҙалы уларҙың алғы һыҙыҡтағы ҡаһарманлығына лайыҡлы баһа.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ