Өфөлә күп яуған ҡар арҡаһында юл буйҙарын көрт баҫты

Өфө юлдары - ҡар аҫтында. Күп яуған ҡар арҡаһында ихаталарҙы, юл буйҙарын көрт баҫты. Баш ҡала халҡы юлдарҙың тейешенсә таҙартылмауына дәғүә белдерҙе. Өфөлә иретеү станцияһына тәүлегенә 21 мең кубометр ҡар сығарылыуға ҡарамаҫтан, һауа шарттары үҙенекен итә, синоптиктар тағы ла ҡар вәғәҙәләй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфөнөң 2-cе балалар поликлиникаһы алдында туҡтаған еңел машиналар көс-хәл менән ҡар баҫҡан юл аша үтә. Автомобилдәр ғына түгел, был көрттәрҙән барыһы ла ыҙалана. Йәйәүлеләргә атлауы уңайһыҙ булһа, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн хәүефле лә.

Ҡар өйөмдәре, көрт, боҙлауыҡ менән Өфөнөң башҡа урамдарында йәшәүселәр ҙә ҡәнәғәтһеҙ. Беҙҙең ижади төркөм Телеүҙәк, Октябрь проспекты, Йәшел Сауҡалыҡ, Черниковка биҫтәләрендә йәшәүселәр менән аралашып, ҡар тейешенсә кимәлдә таҙартылмай тигән аһ-зар ишетте.

Ә бына Комаров урамында йәшәүсе Елена Вавилова ғинуарҙа күп фатирлы йорттоң тирә-яғы бер тапҡыр ғына таҙартылды, ҡар өйөмө сәскә-ҡыуаҡтар өҫтөнә өйөлөп баҡсаны юҡҡа сығарҙы тип зарлана.

Баш ҡала юлдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре яуаплы. Ә ихаталарҙы тәртиптә тотоу идарасы компанияға йөкмәтелә. Баш ҡала хакимиәтендә ундай ойошмаларға ҡарата ҡар таҙартыу мәсьәләһе буйынса иҫкәртеү еткерелгән.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә Өфөлә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Баш ҡала юлдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн өҫтәмә техника йәлеп ителә, әммә һауа шарттары тураһында ла оноторға ярамай.

Ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн 371 берәмек техника йәлеп ителгән. Йорт ихаталары, социаль объекттар майҙандары, туҡталыш һәм башҡа биләмәләрҙе тәртипкә килтереү - оператив хәл итеүҙе талап иткән бурыстарҙың береһе. Дан бульвары урамында ашығыс медицина ярҙамы машинаһы көрттә батып ҡуҙғалып китә алмаған кеүек осраҡтар күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ