Балтас районынан Хәбиповтар үҙҙәренең өс балаһынан башҡа, төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған 9 баланы бәхетле иткән. Бөгөн уларҙың икәүһе студент, ҡалғаны мәктәп йәшендәгеләр. Миһырбанлы ғаилә тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Зәриә һәм Рәфис Хәбиповтар бөгөн үҙ ейән-ейәнсәрҙәренең генә түгел, уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алған балаларының да шатлығына төрөнгән. Улар уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмаҫҡа тырыша. Ғаиләлә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 9 бала тәрбиәләнә. Әлеге ваҡытта уларҙың икәүһе студент.
Тәүҙә Хәбиповтар 2016 йылда дүрт бер туғанды алып ҡайтһа, бер йылдан өс баланы тәрбиәгә ала. Былтыр тағы ла икәүҙе йортло иткән. Ир менән ҡатын уларҙың барыһына ла үҙҙәренең өс балаһына кеүек үк тейешле тәрбиә бирергә тырыша.
Ғаилә ишле булғанға, ҡунаҡ йыйғандай көн дә мул табын әҙерләнә. Ҡайһы саҡта өҫтәлгә сынаяҡ ҡуйырлыҡ та урын ҡалмай.
Ғәҙәттә, балалар тәрбиәләү күберәк ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Ә Зәриә менән Рәфис Хәбиповтар был яуаплы эште икеһе лә бер тигеҙ бүлешә. Балалар ҙа кескәйҙән эшһөйәр, тырыш булып үҫә.
Хәбиповтар ауылда Себерҙә 35 йәшәп ҡайтҡандан һуң төпләнә. Йортто ла атай нигеҙенә йәнәш итеп төҙөп сыға.
Хаҡлы ялда булһалар ҙа Зәриә һәм Рәфис Хәбиповтар гөрләтеп донъя көтә. Ата-әсә тәрбиәһенән ҡалғандарға наҙ һәм шәфҡәт нуры өләшеү, уларҙы оло тормош ауырлыҡтарынан һаҡлау һәм яҡлау, балаларҙа күркәм сифаттар булдырыуҙы Хәбиповтар изге бурысы тип һанай.
Азат Ғәлиуллин






