Юлдарҙы төҙөкләндереү, зыяраттарҙы кәртәләү, спорт майҙансыҡтары төҙөү, почта бүлексәләре асыу - проект йүнәлештәре күп төрлө. Конкурс сиктәрендә төбәктәрҙә мәҙәни һәм спорт саралары ойошторола. Бынан тыш, субсидияның бер өлөшө урында йәшәүселәрә көсө менән ҡапланырға тейеш.
Балалар - мәктәпкә, өлкәндәр эшкә йөрөй алмай. Иглин районы Көршәк ауылында йәшәүселәр ауыл араһындағы сифатһыҙ юлдарға зарлана. Бигерәк тә ямғыр яуыу менән, батҡаҡлы юлдан үтерлек түгел. Уны тәртипкә килтереү өсөн урындағы халыҡ республика программаһына ҡушыла. Ауыл йыйылышында башҡа проекттар ҡаралмай ҙа: тәү маҡсат - күп ауырлыҡтар тыуҙырған юлдарҙы ремонтлау.
Тәтешле районы Бәҙрәш ауылында йәшәүселәр үҙ көсө менән боронғо зыяратты тәртипкә килтермәксе. Ҡәберлектә иң тәүге ерләү акттары 1901 йылдан башана.
Дөйөм алғанда, районда бер юлы өс ауыл советы урындағы зыяраттарҙы кәртәләү бурысы ҡуйған. Бәҙрәштәрҙән тыш, Кәлтәй һәм Ураҙгилде ауылдары халҡы ла ошондай уҡ проектты тормошҡа ашырыу өсөн «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнаша. Изге эшкә 3 миллион һумдан ашыу субсидия талап ителә.
Зыяраттарҙы төҙөкләндереү - программа сиктәрендәге иң популяр проекттарҙың береһе. «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы республикала унынсы йыл рәттән тормошҡа ашырыла. Быйыл финанслау күләме 600 миллион һум тәшкил итә.
Рәзилә Ғиниәтуллина






