Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Ялан шарттарында тәүге ярҙам күрһәткәндә, нисек юғалып ҡалмаҫҡа. Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Унда хәрби хирургтар буласаҡ табиптарҙы беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү алымдары менән яҡындан таныштырҙы. Тактик медицина буйынса лекцияны Дәүләт Думаһы депутаты Бадма Башанкаев үткәрҙе. Уҡыу барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Яралы һалдаттың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн уҡыусыларға ни бары 7 минут бирелә. Ошо ваҡыт эсендә яраның урынын асыҡларға һәм жгут һалырға кәрәк. Кеше ғүмере табиптың хәрәкәтсәнлеге һәм уның психик-эмоциональ торошон атуранан-тура бәйле, шуға күрә лә буласаҡ табиптар өсөн тактик медицина буйынса уҡыуҙар ойошторола.

Оҫталыҡ дәресенең ғәмәли өлөшөндә махсус хәрби операцияла ирекле батальонда хеҙмәт итеүсе яугирҙар, яралылар менән эшләүсе табиптар ҙа ҡатнашты. Тыныс тормошта тәүге медицина ярҙамын күрҙһәтеү яу яланы шарттарынан айырыла, ти табиптар

Хәрби яралар ғәҙәти тормоштағы йәрәхәттәрҙән айырыла, ябай ғына алымдарҙы ҡулланып, үҙеңдең дә, хеҙмәттәштәреңдең дә ғүмерен һаҡлап һалырға мөмкин. Донъяла төрлө хәлдәр булыуы ихтимал, хәрби хирургтар тәжрибәһе уҡыусыларға ғүмерлеккә кәрәгәсәк.

«Космос» ҡушаматлы яугир, А. Доставалов исемендәге ирекле батальондың медицина хеҙмәте етәксеһе

Өс сәғәт эсендә, әлбиттә, ялан шарттарында тәүге ярҙам алымдарын тулыһынса үҙләштереү мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта уҡыуҙарҙа буласаҡ табиптар ашығыс ярҙам килгәнсе ниндәй ярҙам күрһәтергә икәнлегенә төшөнә, жгут менән эшләргә өйрәнә, был белем уларға артабан да кәрәк буласаҡ.

Бадма Башанкаев, Дәүләт Думаһы Депутаты

Теоретик өлөштән һуң студенттар яралыларҙы бер нисә төргә бүлергә, ҡул аҫтында булған ябай ғына медицина ҡорамалдары менән кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға өйрәнде. Ҡайһы бер студенттар киләсәктә ғүмерҙәрен хирургия менән бәйләргә ҡарар итте.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ