Өфөлә сценарист Сәрүәр Сурина Кинйә Арыҫланов миҙалы менән бүләкләнде

Драматург, тележурналист, сценарист Сәрүәр Сурина Кинйә Арыҫланов миҙалы менән бүләкләнде. Абруйлы награда башҡорт халҡының данлыҡлы батырының тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған сара сиктәрендә тапшырылды.

Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Кинйә Арыҫлановтың исемен мәңгеләштереү өсөн күп көсөн һалған шәхестәребеҙҙең береһе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Хазина» ижад берекмәһендә эшләү дәүерендә ул башҡорт халҡының күп яҡлы ижад өлгөләрен табыу, уларҙы килер быуындарға тапшырыу буйынса күп эш алып бара. 1993 йылда Әмир Абдразаков менән Кинйә Арыҫланов тураһында тәүге фильмын төшөрә, 2007 йылда режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов менән берлектә «Кинйә абыҙ васыяты» художестволы документаль фильмы тамашасы күңеленә хуш килә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ