Оҫталыҡ дәрестәрен «Булат» тарихи реконструкция һәм этомәҙәни үҫеш үҙәге үҙенең партерҙары менән берлектә тормошҡа ашыра. Түбәтәй тегеү проекты Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фондының гранттар конкурсында хуплау табып, 470 мең гумлыҡ аҡсалата сертификатҡа эйә булды. Был суммаға туҡымалар һәм эш ҡоралдары һатып алынған.
«Милләт хазинаһы - түбәтәй» проекты сиктәрендә баш кейеме тегеү генә түгел, башҡа саралар ҙа ойоштороласаҡ. Атап әйткәндә, онлайн-марафон үткәреү, видеоинструкциялар төшөрөү һәм уларҙы мәктәп уҡыусыларына тәҡдим итеү күҙаллана. Шулай уҡ башҡорт түбәтәйе һәм уларҙың төрҙөре тураһында китап баҫтырыу ҡаралған. Түбәтәй тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен кәсепсе Айгөл Сәйфуллина алып бара.






