Шаран районының Ҡыр-Теләүле ауылы халҡы урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында ауыл шишмәһен төҙөкләндерергә ниәтләй.
Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре проектҡа булышлыҡ итеү өсөн «Ҡышҡы күңел асыу»уйындарын үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар эстафета», ат сабышы, арҡан тартыу кеүек конкурстар ойошторҙо. Өлкән быуын өсөн саңғы таяҡтары ярҙамында «Скандинав йөрөшө»ярышы үтте. Байрам һуңында ауыл халҡы оло йәштәге Рима Ғиззәтуллинаға ихатаһын ҡарҙан таҙартырға ярҙам итте.






