Уны Өфө скульпторы Илдус Закиров эшләгән. Бюст Ауырғазы районы хакимиәте ултырышында шағирҙың исемен йөрөткән Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, инициатив төркөм вәкилдәре һәм туғандары ҡатнашлығында ҡаралды. Рәшит Назаров - башҡорт шиғриәтенең сағыу һәм талантлы вәкилдәренең береһе. Әҫәрҙәре урта һәм юғары уҡыу йорттары программаларына индерелгән. Йыл һайын Башҡортостанда “Назаров уҡыуҙары” — шиғри, әҙәби, музыкаль саралар ойошторола. Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы урта мәктәбендә шағирҙың кабинет-музейы бар.







