Унда меңдән ашыу боҙ ҡаласығы ҡатнашты. Төрлө номинацияларҙа Өфөнөң Дим районы, Стәрлетамаҡ, Учалы, Ағиҙел ҡалалары, Тәтешле районы еңеп сыҡты. “Бөтә ҡатнашыусылар ҙа йәмәғәт урындарында яңы йыл сараларын үткәреүгә әҙерләү буйынса ҙур һәм етди эш башҡарҙы”, ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова. Еңеүселәргә республика бюджеты иҫәбенә аҡсалата премиялар тапшырыла. Ул йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.







