Федоровка районы Бала Сытырман ауылында йәш эшҡыуар дәүләт ярҙамы менән автозаправка асҡан

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, быға тиклем 25 километр арауыҡтағы район үҙәгендәге заправкаға йөргән ауыл халҡы өсөн был әһәмиәтле ваҡиға.

Эшҡыуар Дамир Шәриповтың проекты былтыр ҡыш район хакимиәтендә уҙған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡаралған булған. Дамирға ер участкаһы бүлеү һәм инженер селтәрҙәре һуҙыу менән ярҙам иткәндәр. Модулле автозаправканың 92-се бензин һәм дизель яғыулығы менән ике колонкаһы бар. Киләсәктә эшҡыуар тағы ла бер нисә автозаправка асырға ниәтләй. Башҡортостанда беҙ һәр эшҡыуарҙарҙың һәр башланғысын хуплап торабыҙ. Ауыл ерендә тормош уңайлыҡтарын яҡшыртҡан проекттарға беҙ айырыуса шатбыҙ тип белдергән Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ