«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса бер төркөм хаҡлы ялдағылар Белоруссияға юлланды

Бөгөн иртән «Өфө» аэропортынан бер төркөм хаҡлы ялдағылар Белоруссияға юлланды. Сәфәр «Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса ойошторолған. Тур үҙ эсенә бер аҙналыҡ программаны ала, уға иҫтәлекле урындар буйлап экскурсиялар ҙа, етештереү предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышыу ҙа ҡаралған. Сәйәхәтселәрҙең тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

«Өфө-Минск» самолетына 3 сәғәткә яҡын ваҡыт бар, ә сәйәхәтселәр төркөмө күптән аэропортта. Оло быуын вәкилдәре оҙаҡлап, һуңлап ғәҙәтләнмәгән. Әмир Ғәләфетдиновтың бар хеҙмәт юлы тимер юлы менән бәйле. Ғүмер эштә үтте, ғаиләне ҡарарға, балаларҙы үҫтерергә кәрәк ине, хәҙер донъя күрергә, ваҡытты үҙеңә бағышларға була, ти ул.

Алыҫ сәфәргә юлланыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөнлөк итә, уларҙың ҡайһы берәүҙәре сәйәхәткә тәүге тапҡыр ғына сыҡмай. Хатта үҙ-ара танышып, дуҫлашып алғандар ҙа бар. Донъя күреү офоҡтарҙы киңәйтә, тормошҡа дәрт өҫтәй, йәшәреп киткәндәй булаһың, ти юлаусылар.

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы 2020 йылдан тормошҡа ашырыла, ул оло быуын вәкилдәренең ялын файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштороуҙы маҡсат итет ҡуя. Проект сиктәрендә туристар республиканың тарихи урындары, милли-мәҙәни хазиналары менән таныша. Былтырҙан программа халыҡ-ара кимәлгә сыға, хаҡлы ялдағылар өсөн турист маршруттары Ҡаҙағстанға һәм Белоруссияға асыла.

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса бөтәһе 34 мең тирәһе хаҡлы ялдағыларға сәйәхәт ойошторолған. Һәр программа ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеп төҙөлә. Мәҫәлән, бөгөн Белорусияға юлланған төркөмдө Хатынь мемориал комплексы менән танышыу, Минск ҡалаһының иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия көтә. Шуны ла әйтер инем, был программа өлкән йәштәгеләр араһында ҙур һорау менән файҙаланыла, улар яңы тур иғлан иткәнде көтөп кенә тора.

Азамат Ғәлин, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары

Программаның машруттары арта, ял итеүселәр иҫәбе күбәйә. Был проект хаҡлы ялдағылар өсөн туристик маршурттар ғына түгел, ул республикала өлкән йәштәгеләргә хөрмәт, ихтирам сағылышы ла булып тора.

Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге программаһы үткән йылдан эшләп килә. Ошо проект сиктәрендә 2023 йылда хаҡлы ялдағы 1621 кеше сәфәрҙә булған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл да Белоруссияға 40-ҡа яҡын сәйәхәт ҡаралған. Бөгөн тәүге төркөм юлға сыҡты ла инде.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ