Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылында «Айыҡ ауыл» республика программаһы сиктәрендә хоккей уйыны үтте

Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылында «Айыҡ ауыл» республика программаһы сиктәрендә хоккей уйыны үтте. Тик ябай түгел, ә быймаларҙа. Сәкәнде теннис шары алмаштырған үҙенсәлекле ярышты урындағы ағинәйҙәр ҡоро ойоштора. Ҡышҡы уйын быйыл икенсегә үткәрелеп, даими сараға әүерелмәксе. Район халҡы боронғо уйынды яратып өлгөргән, ҡатнашырға теләүселәр күп. Иң яҡшы хоккейсы исемен яуларға хатта икенсе райондарҙан да киләләр.

Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» конкурсында икенсе тапҡыр ҡатнаша. Быйыл улар элекке мәктәп бинаһында ял үҙәге ойоштормаҡсы. Бынан тыш, улар «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы әүҙем ҡатнашыусылары ла. Быйма кейеп сәкән һуғыуға килгәндә, беренсе урынға хужалар - Шишмә районы командаһы лайыҡ булды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ