Асыҡтан-асыҡ әңгәмә. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм башҡорт милли интелегенцияһы вәкилдәре менән осрашты. Һүҙ йәмәғәт ойошмаһының эш һөҙөмтәләре, алда торған бурыстар хаҡында барҙы. Осрашыуҙа Әр-Рәхим мәсетен төҙөү, Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау, Өфө-2 ҡаласығы яҙмышы менән бәйле киҫкен һорауҙар ҙа күтәрелде. Баймаҡтағы ваҡиғалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы, башҡорт телен үҫтереү фонды, легендар шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгелләштереү, «Айыҡ ауыл конкурсы, милли проекттарға гранттар. Был һуңғы йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алып барған эшмәкәрлектең бәләкәй генә өлөшө. Йәмәғәт ойошмаһы телде, милли-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау, телһөйрәлек, илһөйрәлек рухы тәрбиәләү буйынса күләмле проекттар өҫтөндә эшләй. Ойошма рәйесе Юлдаш Йосоповтың сығышын тыңлағандан һуң Республика башлығы Ҡоролтай алдында торған бурыстарҙы ла билдәләне. Радий Хәбиров шулай уҡ Кеше Хоҡуҡтары буйынса советҡа Баймаҡтағы ваҡиғалар буйынса эшсе төрөкм төҙөргә ҡушыуын әйтеп үтте.
Осрашыуҙа йәмәғәттселекте борсоған проблемалар ҙа күтәрелде. Улар милли геройыбыҙҙың һәйкәлен реконструкциялау, Әр-рәхим мәсетен төҙөү, Өфө-2 ҡаласығының яҙмышы менән бәйле. Радий Хәбиров һәр һорауға тулы һәм ентекле яуап бирҙе.
Сығыш яһаусылар Баймаҡтағы ваҡиғалар буйынса Радий Хәбировҡа теләктәшлеген белдерҙе. Логик фекерләй, анализ яһай белгән кеше аңлай- ер аҫты ҡаҙылмаларын эшкәртеүгә лицензия Республика башлығы йәки муниципаль берәмек тарафынан бирелмәй. Был вәкәләт федераль ведомство ҡулында. Ә быуаттар дауамында, хатта Рәмиевтарҙың алтын приискыһы заманынан вәхшиҙәрсә ҡаҙылған, аҡтарылған ерҙәрҙе яҡлау тик 2020 йылда башлана. Тап Радий Хәбиров башланғысы менән ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙы тикшереү буйынса комиссия төҙөлә, тиҫтәнән ашыу ойошманың эшмәкәрлеге туҡтатыла. Лицензияны тартып алыу өсөн йылдар дауамында эксперт тикшереүҙәре ойоштороу ойоштороу, иҫбатлау талап ителә. Тик бында митингтың ҡатнашлығы юҡ. Митинг ойоштороу ер-һыу мәсьәләһен файҙаланып халыҡты тарҡатыу ғына.
Әлбиттә, башҡорт өсөн иң изге ҡиммәтәрҙе ҡулланып фетнә, низағ тыуҙырыусылар үҙҙәре күптәп сит дәүләттәрҙә йәшәй һәм уларҙың тарҡатыу сәйсәтен алып бара. Йәғни финанс пирамида һымаҡ. Өҫтәгеләр бер ҡатлы ябай халыҡ иҫәбенә кеҫә ҡалынайта, аҫтағылар ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡала. Үҙҙәренең генә түгел, баларының да яҙмышын боҙа. Радий Хәбиров йәмәғәт эшмәкәрҙәренә халыҡ менән йышыраҡ осрашыу бурысын ҡуйҙы. Сөнки ошо низағтың нигеҙендә тап дөрөҫ, аныҡ мәғлүмәт етмәүе ята. Ә әлеге заманда мәғлүмәт һуғышы бара. Аңлатыу эше ойошторолмағанда ошо бушлыҡты тиҙ генә илде тарҡатыусылар биләй һәм үҙ сәйсәтен алып бара.
Осрашыуҙа билдәле бейеүсе Риф Ғәбитов менән ғалим Фәнил Күзбәков та сығыш яһаны. Риф Ғәбитов бөгөн ерләнгән Рифат Дауытовты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға тәҡдим итте. Әммә был фекерҙе хуплаусы табылманы.Залдан «Беҙҙең геройҙарыбыҙ алғы һыҙыҡта, ил именлеге һағында тигән» яуаптар ғына ишетелде.
Үҙҙәрен аҡһаҡалдар ҡоро тип атаған шәхестәребеҙгә халыҡ исеменән түгел, үҙ исемдәренән шәхсән һөйләргә лә тәҡдим ителде. Сөнки халыҡтың фекере төрлө. Шулай ҙа бөгөн Рәсәй 5 тиҫтәнән ашыу дәүләт менән көрәш алып барғанда, ил эсендә яу сығарыу, уны эстән тарҡатыу енәйәт һәм хыянат.
Әлеге шарттарҙа айыҡ аҡыл менән уйлағандар был хәҡиҡәттәе яҡшы аңлай. Сөнки беҙҙән әлеге мәлдә тап берҙәмлек, ойошҡанлыҡ талап ителә.



