Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған «Диктор тауышы» республика асыҡ конкурсының быйылғы лауреаттары билдәләнде. Бишенсе йыл рәттән ойошторолған сарала 80-дән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Уларҙың 13-ө еңеүсе тип билдәләнде. Сара Әхәт Мотаһар улының тыуған көнөндә үтте - иҫән булһа, бөгөн уға 65 йәш тулған булыр ине.
Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры инде нисәнсе быуын әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә тәрән үтеп инә. Туған телгә дан йырлаған әҫәрҙең «Диктор тауышы» республика асыҡ конкурсында яңғырауы тәбиғи. Заманында Әхәт Мортазин үҙе лә телде халыҡҡа бар камиллығында еткерергә ашҡынды.
Әхәт Мотаһар улы радио һәм телевидение эфирында телмәр мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлде. Эфир аша яғымлы, һәр кем күңелен арбау оҫталығына йәштәрҙе лә өйрәтте. Бөгөн коллегабыҙҙың эшен уның уҡыусылары дауам итә.
Бишенсе йыл рәттән ойошторолған сарала быйыл һигеҙ тиҫтәнән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Уларҙың иң-иңдәрен бүләкләү республиканың төп телеканалында уҙҙы. Конкурстың быйылғы еңеүсе тип Айтуған Мөхәмәтйәнов танылды.
«Диктор тауышы» республика конкурсы ҡатнашыусылары үҙҙәрен оҫталыҡ дәрестәрендә лә һынап, тапшырыуҙар яҙҙырыуҙа ҡатнашып ҡараны. Эштең айышына төшөнөргә тырышып, үҙҙәренсә һығымталар ҙа яһаны.
Уҡыусылар бер генә көнгә булһа ла үҙҙәрен радио-телевидение йондоҙҙары итеп тойҙо. Йәш быуында туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсаты ҡуйған конкурс йылдан-йыл абруйлыраҡ була бара.
Азат Ғәлиуллин






