Мәскәү армеецтары бөгөн дә отолорға мәжбүр булды. «Өфө-Арена»ла уҙған уйындың тәүге ике осоронда бер команда ла уңышҡа өлгәшә алманы. Ә бына өсөнсө осорҙа Джошуа Ливо иҫәпте асты. Канада һөжүмсеһе Александр Шаровтың пасын оҫта файҙаланды. Осрашыу аҙағында дәғүәселәр ҡапҡа һаҡсыһы урынына алтынсы хоккейсыны сығарҙы. Был юлы Никита Зоркиндың буш ҡапҡаға сорғотҡан шайбаһы яҡташтарыбыҙға 2-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Киләһе уйынды Башҡортостан командаһы «Аҡ Барс» клубына ҡаршы үткәрә. Йәшел дерби 10 февралдә Өфөлә уҙа.



