22 меңдән ашыу ғаилә Әсәлек капиталы ярҙамында торлаҡ шарттарын яңыртҡан

Республика буйынса социаль фондтан белдереүҙәренсә, уҙған йылда был маҡсатта 11 миллиард һум тотонолған. Ғаилә балаға 3 йәш тулғас, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға Әсәлек капиталы аҡсаһын файҙалана ала. Рәсәйҙә ғаиләләргә дәүләт ярҙамы программаһы 2007 йылда индерелгән. Ошо осорҙан  республикала 353 мең ғаилә Әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙаланған.

Фото №1 - 22 меңдән ашыу ғаилә Әсәлек капиталы ярҙамында торлаҡ шарттарын яңыртҡан
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ