“Өфө” халыҡ-ара аэропорты илдә иң яҡшылар иҫәбендә

“Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары"  милли премияһы һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы аэропорт” номинацияһында 3-сө урынға лайыҡ булды, тип хәбәр итә телеграмм-каналда Республика Башлығы Радий Хәбиров. “Өфө аэропорты “Йылдың иң яҡшы инвестиция проекты” номинацияһында ла почетлы награда алды. Һүҙ эске һәм халыҡ-ара терминалын тоташтырыусы төҙөлөш хаҡында бара. Эштәр декабрь аҙағында  тамамланды. Өфө аэропорты пассажирҙар ташыу буйынса ла рекорд ҡуя. Уҙған йылда был күрһәткес 4 миллион 800 меңгә яҡын булған, алдағы йылға ҡарағанда 17 процентҡа күберәк.  Пассажирҙарҙың 85 проценты ил буйынса рейстарға өҫтөнлөк биргән. Өфө аэропортын юғары һөҙөмтәләргә ирешеүе  менән ҡотлайым”-, тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото №1 - “Өфө” халыҡ-ара аэропорты илдә иң яҡшылар иҫәбендә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ