Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерә. “Күпселек ғаиләләр 250 һумлыҡ пособиены юлларға тырышмай. Әле 30 ғаиләгә генә ошондай аҡса түләнә. Пособиены 10 тапҡырға, айына 2 500 һумға тиклем арттырырға тигән тәҡдим индерәбеҙ, шуның өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ”, - тине ведомство етәксеһе.







