Республика парламентында ошо турала проект әҙерләнгән. - Ноль процентлыҡ ташламалы ставка хеҙмәткәрҙәр һанын 10 проценттан да ҡыҫҡартмаған ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн ҡарала. Ул 2026 йылға тиклем була, - тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев. Быға тиклем ошондай уҡ ташлама 2021-2023 йылдарҙа ҡулланылды. Уның менән 500 етештереүсе файҙаланды.




