Радий Хәбиров Росреестр ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров бөгөн федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Республика буйынса идаралығы ултырышында ҡатнашты.

Росреестрҙың республика буйынса идаралығы иҫәп-теркәү һәм контроль-күҙәтеү буйынса ил төбәктәре араһында алдынғы урын биләй. Ул Мәскәү өлкәһенән һәм Мәскәүҙән ҡала өсөнсө урында тора.

Быйыл Башҡортостан өсөн «милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу төп бурыстарҙың береһе булып тора. Шулай уҡ республика «Төҙөлөш һәм туризим өсөн ер» кеүек мөһим проекттарҙа ҡатнашыусылар иҫәбенә ингән. Идаралыҡ төбәктә инвестиция мөхитен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Даими эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә республика Милли рейтингтың иң яҡшы биш төбәге исемлегенә эләккән. Дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу бик мөһим йүнәлеш булып тора. Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан электрон хеҙмәттәр 100 процентҡа еткән.

Радий Хәбиров идаралыҡта теркәү хеҙмәтенең 400 йыллыҡ тарихына арналған архив документтарын ҡараны.. Белгестәр республика етәксеһенә биләмәләрҙе теркәү эшендә ҡулланылған пилотһыҙ осоу аппараттарны да күрһәтте. Заман технологиялары теркәү эшен еңеләйткән. Идаралыҡ етәксеһе Петр Клец әйтеүенсә, былтыр мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса 1 миллиондан ашыу мәғлүмәт теркәлгән. Бигерәк тә торлаҡҡа хоҡуғын теркәүселәрҙең артыуы күҙәтелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ