Ике аҙналыҡ ялдан һуң «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары төркөмө алғы һыҙыҡҡа, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда һалдаттарҙы ғаиләләре, ата-әсләре, дуҫтары оҙатып ҡалды.
«Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанға иртә менән арҡаһына биштәр аҫҡан хәрби кейемдәге ир-егеттәр ағыла башланы. Улар республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған, ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәлендә тыуған йорттарында туғандары менән аралашып, ял иткән, көс туплаған. Ҡайһылары хатта мәктәп уҡыусылары менән батырлыҡ дәрестәре лә үткәреп өлгөргән. Улар араһында «Нур» ҡушаматлы яугир ҙа бар.
Хушлашыуға ярты сәғәт ваҡыт бүленде. Һөйгәнен, хәләл ефеттәрен, балаларын, дуҫтарын оҙатыусыларҙың теләктәре бер - ҡәҙерлеләре илебеҙ дошмандарын еңеп, имен-һау тыуған ерҙәренә ҡайтһын. Яҡындары ир-егеттәргә мул итеп күстәнәстәр, йорт шарттарында күңел йылыһын биреп әҙерләгән аҙыҡ-түлек һалған. «Башҡортостан» мотуҡсылар полкы егеттәрен берҙәмлек, дуҫлыҡ кеүек күркәм сифаттар берләштерә. Беҙ хәрби ялан шарттарында бер ғаиләгә әүерелдек» ти улар.
Донбасҡа юлланыусы хәрбиҙәр араһында гүзәл заттар ҙа бар. Улар медицина ротаһында хеҙмәт итә. «Жаворонок» ҡушаматлы яугир «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында алғы һыҙыҡта ярты йылдан ашыу. Беренсе тапҡыр ике аҙналыҡ ялға ҡайтҡан.
Донбасҡа юлланыусыларҙы тантаналы оҙатыу митингында хәрбиҙәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне. Ул «Башҡортостан» полкы составында нацизмға ҡаршы һуғышыусы яугирҙарҙың ҡаһарманлығын юғары баһаланы. Һалдаттарҙы тылда оҙатып ҡалған ғаиләләре, яҡындары, балалары өсөн борсолмаҫҡа саҡырҙы , республика тарафынан уларға һәр яҡлап ярҙам һәи иғтибар бүленәсәге хаҡында белдерҙе.
Һалдаттар алғы һыҙыҡҡа Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса ойошторолған транспорт менән юллана.Отпускыға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә ҡотҡарыу хеҙмәте һәм юл-патруль инспекторҙары оҙатыуында бара.
Алғы һыҙыҡҡа, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыусы «Башҡортостан» мотуҡсылар полкы яугирҙарына беҙ аҡ теләктәрәбеҙҙе еткерәбеҙ: «Ҡояш сыға әйләнеп, аҡ болотҡа бәйләнеп, Еңеү менән иҫән-һау ҡайтһағыҙ ине әйләнеп».
Гүзәл Борханова






