Башҡортостан Милли музейында республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы күргәҙмә асылды. Экспозицияла архив документтар, сәйәсмәндең шәхси әйберҙәре, ғаилә шәжәрәһе, эш кабинеты интерьеры һәм башҡа экспонаттар урын алған.
Улар дәүләт эшмәкәренең заводта эшләгән осоронан һуңғы көндәренә тиклем булған тарихты сағылдыра. Ике зал да Мортаза Рәхимовтың эшлекле сәфәрҙәренән һаҡланған фотоһүрәттәр менән биҙәлгән. Уларҙа Ил ағаһы һаман да халыҡ араһында. Күргәҙмә видеоматериалдар менән дә байытылған. Экспозиция февраль аҙағына тиклем эшләй.



