Радий Хәбиров дәүләт теркәүе идаралығы ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров  федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Республика буйынса идаралығы ултырышында ҡатнашты. Быйыл Башҡортостан өсөн “милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу төп бурыстарҙың береһе. Республика “Төҙөлөш һәм туризим өсөн ер” кеүек мөһим проекттарҙа ҡатнашыусылар иҫәбенә ингән. Идаралыҡ инвестиция мөхитен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Даими эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә республика Милли рейтингтың иң яҡшы биш төбәге исемлегендә. Дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу бик мөһим йүнәлеш булып тора. Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан электрон хеҙмәттәр 100 процентҡа еткән.

Радий Хәбиров дәүләт теркәүе идаралығы ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров идаралыҡта теркәү хеҙмәтенең 400 йыллыҡ тарихына арналған архив документтары менән танышты. Идаралыҡ етәксеһе Петр Клец әйтеүенсә, былтыр мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса 1 миллиондан ашыу мәғлүмәт теркәлгән. Бигерәк тә торлаҡҡа хоҡуғын теркәүселәр артҡан.

Фото №1 - Радий  Хәбиров дәүләт теркәүе идаралығы ултырышында ҡатнашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ