Республика ғалимдары бер йылда илдең фән фондының 30-ға яҡын грантына лайыҡ булған. Уларҙың яртыһы Өфө ғилми-тикшеренеүҙәр үҙәге белгестәренең проекты. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, фәлсәфә фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, фәнгә йылдан-йыл иғтибар көсәйә.
Санкция шарттарында ғалимдарҙың әүҙемлеге үтә лә мөһим. “Сикләүҙәр осоронда йәшәйбеҙ. Беҙ Иркутск ҡалаһында йыйылған “МС–21” самолеты өсөн двигатель деталдәре әҙерләнек”, - ти Рәсәй Фәндәр академияһының Үтә һығылмалы металдар проблемаһы институты директоры Радик Мөлөков.
Быйыл Рәсәй Фәндәр академияһы 300 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уға ҡараған Өфө фән үҙәге — илдә ҙур һәм ҡеүәтлеләрҙән иҫәпләнә, 14 ғилми-тикшеренеү институтын берләштерә.







