Унда ветеринария хеҙмәтенең 2023 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, 2024 йылға өҫтөнлөклө бурыстар ҡуйылды.
Республикала 2200-ҙән ашыу ветеринар хайуандар һаулығы һағында тора, шул иҫәптән халыҡты төрлө сирҙәрҙән аралай. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре малдарға вакцинация үткәрә, дауалау-иҫкәртеү эштәрен алып бара.
Былтыр республиканың ветеринария хеҙмәте төбәктә теркәлгән ҡош киҙеүе таралыуына юл ҡуйманы, төбәктең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итте. Ултырышта 2024 йылда ла республиканың тотороҡло эпизоотик именлеген һаҡлау буйынса эш алып барыу, лейкоз ауырыуы таралыуын иҫкәртеү , ауыл хужалығы малдарын идентификациялауҙы тәьмин итеү кеүек бурыстар ҡуйылды.






