Рәсәй фәне көнө уңайынан Өфө фән һәм технологиялар университетында «Октава» фәнни-тикшеренеү акустик лабораторияһы эшләй башланы. Ул «Приоритет – 2030» программаһы сикәтәрендә төҙөлгән. Тәүгеләрҙән булып лаборатория мөмкинлектәре менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Акустика - ул тәү сиратта физика. Шуға күрә уның тулҡындарын өйрәнеү, уларҙы айыра белеү мөһим. Был йүнәлештә уҡыу, ә артабан эшләй башлау еңел булһын өсөн геофизика кафедраһында тантаналы мәл - фәнни-тикшеренеү акустик лабораторияһы эшләй башланы. Унда төрлө технологик процестарҙың тауышы өйрәнеләсәк. Бүлмә тышҡы тәьҫир һәм шаңдауҙан изоляцияланған.
Лаборатория проекты уҡыу йортоноң быраулау акустикаһы өлкәһендәге асыштары нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, тикшеренеү ваҡытында вуз менән берлектә эшләнгән тауышты үлсәүсе ҡоролмалар ҡулланыла.
Икенсенән, студенттарға ер ҡатламындағы тауыштарҙы, акустик тулҡындарҙы өйрәнеү ҡыҙыҡлы булыр, тигән фекерҙә университет етәкселеге. Бында аспиранттар ҙа фәнни эштәрен яҡлай аласаҡ. Уҡыу йортонда лаборатория асыуҙан тыш, студенттар өсөн йәштәр форумы үтте, вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Сарала барлығы 40-тан ашыу ойошма ҡатнашты.
Статистикаға күҙ һалғанда, Өфө фән һәм технологиялар университеты сығарылыш студенттарының 80 проценты эш урынын тапҡан. Уларҙың 60 проценты үҙ һөнәре буйынса эшләй.
Әлфинә Килдейәрова






