«Рәсәй» халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә Башҡортостан фәне аҙналығы башланды

Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары һәм студенттары ҡатнашлығында ойошторолған сарала төбәк фәнни ҡаҙаныштары, йәштәр проекттары күрһәтелде. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар дарыуҙарҙың сифатын, үҫмлектәрҙең ДНК күҙәнәктәрен тикшереүгә өйрәнә алды.

Республика стенды менән Рәсәй фәндәр академияһының Санкт-Петербург федераль тикшеренеү үҙәге директоры Андрей Ронжин танышты. Петербург һәм Өфө ғалимдары дрондар ярҙамында сейсморазведка үткәреү буйынса ҙур федераль проектты тормошҡа ашырыу тураһында килешеү төҙөнө. Башҡортостан яңы фәнни проектты башлау өсөн пилот төбәк итеп һайланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ