17 февралдән 7 мартҡа тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары ғәҙәттәгесә һәр һайлаусыны адреслап алдағы ил Президенты һайлауы тураһында иҫкәртәсәк һәм тейешле мәғлүмәт менән уртаҡлашасаҡ. Әммә был юлы мобиль ҡушымта ярҙамында. Унда алдан беркетелгән сценарий буйынса һайлаусыларға һорауҙар индереләсәк.
Участка һайлау комиссияһы ағзаларының шәхесен үҙегеҙ йәшәгән ҡала һәм райондың территориаль һайлау комиссияһына шылтыратып та белергә мөмкин.Телефон һандары Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында күрһәтелгән. Ил президенты һайлауға әҙерлек штатлы режимда бара. 15 марттан алып 17-нә тиклем Башҡортостанда 3308 һайлау участкаһы эшләйәсәк.



