Баш ҡалала ҡар таҙартыусы техника көсәйтелгән режимда эшләй

Ленин районы урамдарын 36 берәмек техника таҙарта, уларға ярҙамға 40-ҡа яҡын коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре ҡушылған. Тәүлегенә 4 мең кубометр йөк ҡар иретеү заводына, ҡала ситендәге махсус полигондарға сығарыла. Көслө яуым-төшөм һөҙөмтәһендә коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре төнөн дә эшләй, ҡар менән көрәш тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Ленин районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә өмәнән ситтә ҡалманы.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ