«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы» Баймаҡ районында әүҙем тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы» 2014 йылдан уңышлы эшләп килә, ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл арта. Уның ярҙамында күп проблемалар ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Был программа Баймаҡ районында ла әүҙем тормошҡа ашырыла.

1980 йылда үҙ ишектәрен асҡан “Айыуҡай” балалар баҡсаһы бөгөн ҡалалала берҙән‐бер башҡорт мәктәпкәсә белем биреү учереждениеһы. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” ярҙамында айыуҡайҙар мөһим проблемалары араһынан балаларҙың уйын майҙансыҡтарын замансаға алыштырыуҙы һайланы, һәм ул бер тауыштан хупланды. Әлеге ваҡытта инициатив төркөм менән берлектә төрлө саралар ойошторолоп, интернет селтәрҙәрендә яҡтыртылып барыла.

“Толпар” балалар баҡсаһы ла быйыл тәүге тапҡыр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына” ҡушылды. Үткәрелгән йыйылышта тәрбиәселәр, ата‐әсәләр, Салауат Юлаев проспектында йәшәүселәр учреждениеның уйын майҙансыҡтарына уңайлы, яңы ҡоролмалар алыу өсөн тауыш бирҙе.

Тәрбиәләнеүләрҙең көн һайын тышҡа уйнарға сығыуы - баҡсалағы көн режимының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Саф һауа һәм хәрәкәт балаларҙың һау-сәләмәт, ныҡ булып үҫеүенә булышлыҡ итә. Ә инде заманса, яңы уйын майҙансығы булдырыу тыштағы уйындарҙы тағы ла ҡыҙыҡлы итәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ