Яңы Тәтешле ауылында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса «Знамя» кинотеатрын төҙөкләндереү көтөлә. 1965 йылда сафҡа индерелгән бинала һуңғы өс тиҫтә йылда бер тапҡыр ҙа ремонт үткәрелмәгән. Төҙөкләндереү барышында кинотеатр бинаһының ҡыйығын яңыртыу, фасадын тәртипкә килтереү күҙаллана.
Яңы йыл байрамдарында кинотеатрҙа меңәрләгән кеше фильм, йәнһүрәт ҡарап ҡыуанған, шуға ла урындағы халыҡ урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса тап ошо объектты төҙөкләндерергә хәл иткән. Иҫке бинаны ремонтлау өсөн 3 млн һум аҡса талап ителә.






