Бөгөн Радий Хәбиров рәйеселегендә Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға рәсми эш сәфәре башланды. Өс көнгә иҫәпләннән программа Белоруссияның машиналар эшләү өлкәһе, аҙыҡ-түлек тармағы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, ике яҡ араһындағы бизнес даирәләрҙе киңәйтеүгә ҡоролған. Төп саралар иртәгә Башҡортостан-Белоруссия халыҡ-ара бизнес форумында үтәсәк. Унда ике яҡтан меңгә яҡын эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә. Эшлекле сәфәрҙең тәүге көнө тураһында БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.
Замана фермеры өсөн агродрон алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Ул уның күҙе лә, ҡулы ла, хатта кәңәшсеһе лә. Әйткәндәй был пилотһыҙ осоу апараттарын Башҡортостан баҫыуҙарында ла күрергә мөмкин. Белоруссия компанияһы Өфөнөң геоскан предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙә уны йыйыу һәм һынау линиялары асылған. Юҡҡа түгел. Белорустар Башҡортостандың авиация өлкәһендәге ҡаҙаныштарын юғары баһалай. Киләсәктә улар Өфөлә үҙҙәренә белгестәр уҡытып алырға ла ниәтләнә.
Пилотһыҙ осоу апараттары йыйыу компанияһы «Бөйөк таш» Белоруссия-Ҡытай индустриаль паркы резиденты. Йәмғеһе бында 14 илдән 127 резидент иҫәпләнә. Уларға инфраструктура, ҡануниәт йәһәтенән дә ташламалар ҡаралған. Башҡортостанды, илдә йылдам үҫеш биләмәләре буйынса алдынғы төбәк булараҡ, тап ошо йүнәлештәрҙә тәжрибә ҡыҙыҡһындыра.
Белоруссия Башҡортостан өсөн төп эшлекле партнер. Был сәфәрҙән дә республика етәкселеге яңы хеҙмәттәшлек һәм инвестициялар интеграцияһына нигеҙ һалырға иҫәп тота.
Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус заводы араһындағы берҙәм проект тығыҙ хеҙмәттәшлектең асыҡ дәлиле. Былтыр Башҡортостан Белоруссиянан 260 машинокомплект алып үҙебеҙҙә йәмәғәт транспорты йыйыуҙы яйға һалды. Башҡортостан вәкилдәре маз заводының етештереү ҡеүәте менән танышып , йәшәйештең төрлө өлкәһе өсөн техника һатып алыу мөмкинлеген барланы.
Өфө трамвай-троллейбус заводы МАЗ менән берҙәм йыйылған техника күләмен тағы ла арттырырға иҫәп тота. Ике предприятие был ниәтте рәсмиләштереп килешеү ҙә төҙөнө. Яҡын киләсәктә Башҡортотстанда халыҡта гормошка тип танылған йәмәғәт транспорты ла барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Эш сәфәренең икенсе көнөндә хеҙмәттәшлек килешеүҙәре тағы ла күп буласаҡ. Башҡортостан-Белоруссия халыҡ-ара бизнес форумында ҡатнашырға беҙҙең яҡтан ғына илленән ашыу эшҡыуар һәм предприятие вәкилдәре килгән. Улар би ту би форматында буласаҡ партнерҙары менән аралашасаҡ.
Айнур Кәбиров



