Башҡортостан биләмәһендә Беларусь һөт заводы төҙөлөүе ихтимал

Бөгөн Радий Хәбиров «SANTA» компаниялар төркөме етәксеһе Александр Мошенский һәм «Савушкин продукт» йәмғиәте етәксеһе Александр Савчиц менән осрашты. Александр Мошенский билдәләүенсә, компания Башҡортостанда һөт заводы төҙөү мөмкинлеген ҡарарға әҙер.

«Беҙгә, һис шикһеҙ һеҙҙең тәжрибәгеҙ һәм алдынғы компетенцияларығыҙ ҡыҙыҡлы. Республикала һөтсөлөк тармағы яҡшы үҫешкән. Төбәк логистика буйынса уңайлы географик торошта» - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан башлығы хөкүмәткә һөт заводы төҙөү буйынса Белоруссия компанияһы менән етди һөйләшеүҙәр алып барырға ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ