Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында тәҙрәләре ҡараңғылатылған 14-се модель «ВАЗ» автомобилен туҡтатҡан. Руль артындағы 20 йәшлек ҡыҙҙың водитель таныҡлығы булмай, шул уҡ ваҡытта уның менән салонда ике йәшлек бала ултыра.
Хоҡуҡ һаҡсылары закон боҙоусыға бер нисә административ протокол төҙөй, транспорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатыла. Әсә кешенең был ҡылығына тейешле баһа биреү өсөн бар материалдар бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға ебәрелгән.



