Ул Өфөләге "Амкодор-Алға" заводында сығарыласаҡ техниканы ҡараны. Етештереү "Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә урынлаша. Проектҡа 8 миллиард һумға яҡын инвестиция йүнәлтелә. Предприятиела 1 мең кеше эшләй, яңы заводта экскаватор, бульдозер, автрогрейдерҙар сығарыла. Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы заводтың быйыл уҡ төҙөлөп бөтөүенә ышаныс белдерҙе. - "Амкодор"ҙың бер предприятиеһын астыҡ. Бында иген эшкәртеү техникаһы етештерелә, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Белоруссияға барҙы.







