Заманса йыһазландырылған кабинеттар һәм уңайлы палаталар. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында яңы корпус файҙаланыуға тапшырылды. Декабрь аҙағында уҡ сафҡа ингән учреждение, Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңыраҡ тулы ҡеүәттә эш башланы. Пациенттарҙы дауалау корпусы менән беҙҙең ижади төркөм танышты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
5 йәшлек Нәргизә үҙен өйҙә кеүек хис итә. Уколдарҙан да ҡурҡмайым, ти ул. Вирус йоҡторған ҡыҙ 10 айлыҡ һеңлеһе Наҙгөл менән Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһының яңы педиатрия бүлегендә тәүге пациенттарҙың береһе. Сөләймәновтарға уңайлыҡтары булған айырым палата бирелгән.
Яңы бинаға клиника-диагностика лабораторияһы күскән. Табиптар ҡарамағында хәҙер иң заманса ҡорамалдар бар. Был компьютер томографы бер юлы 32 снимок эшләй ала. Ул ауырыуҙың сәбәбен тиҙерәк һәм анығыраҡ асыҡларға мөмкинлек бирә.
Дауаханала “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшләүсе белгестәр ҙә бар. Бөрйән районынан Ильяс Шәмиғолов республиканың төньяҡ-көнсығышына күсергә ризалаша. 3 йыл элек Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған белгес әле педиатр булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта ординатурала белем ала.
Яңы корпус “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ошо уҡ проект ярҙамында Баймаҡ һәм Мәсәғүттә лә дауалау учреждениелары сафҡа инергә тора. Төбәк башлығы оператив кәңәшмәлә Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһына айырым иғтибар бүлергә һәм тиҙерәк файҙаланыуға тапшырырға ҡушҡайны. Бойороҡ үтәлгән. Тимәк, табиптарға яҙылыу өсөн сират көткән һәр пациент ошо арала үҙ һаулығын тикшертә аласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова



