Яҙ илсеһенә дан. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында танылған композитор, йырсы, режиссер Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте. Башҡортостан артистары хәтирәләре менән уртаҡлашып, мәшһүр ижадсының әҫәрҙәрен тамашасыға еткерҙе. Концерттан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы «Ҡырҙар йыры» менән сығыш яһай. Ижади коллектив етәксеһе, баш дирижер Алһыу Хәсбиуллина билдәләүенсә, филармонияла «Яҙ илсеһе» концертына етди әҙерлек алып барылған. Илаһи моң - танылған композитор Шамил Ҡолбарисов яҙған сәхнә әҫәрҙәренең береһе генә. Мәшһүр ижадсы иҫтәлегенә арналған кисәлә алтын фондҡа ингән ике тиҫтәгә яҡын музыкаль композиция яңғыраны.
Шамил Ҡолбарисовтың ижад офоҡтары - үҙенең киңлеге менән хайран ҡалдыра. Бала саҡ һәм йәшлек йылдары иһә ауыр осорға тура килә. Геолог булырға хыялланған егет хәрби училищела әҙерлек үтеп, фронтҡа юллана. 1943 йылдан 1945 йылдың йәйенә тиклем тактик авиация бүлексәһендә хеҙмәт итә. Шуғалыр ҙа ижадында һуғыш темаһы ла күтәрелә...
Баритон тауышлы, яғымлы бәрхәт тембрлы йырсы ла ул, композитор, режиссер ҙа - Шамил Зөфәр улын күп ҡырлы белгес булараҡ иҫкә алалар. Мәскәү консерваторияһын тамамлап, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында башлай, илленән ашыу образ тыуҙыра. Артабан Башҡорт дәүләт филармонияһының режиссеры һәм художество етәксеһе вазифаһын үтәй, шул дәүерҙә 70-тән ашыу концерт программаһы сәхнәләштерә, тиҫтәләп йыр ижад итә. Шамил Ҡолбарисовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһендә республиканың танылған артистары авторҙың «Йәнбикә», «Яҙ килә», «Гүзәл Өфөм», «Йәшермәсе, иркәм» һәм башҡа популяр композицияларын башҡарҙы.
Шамил Ҡолбарисовтың ижади мираҫы бөгөн дә тыңлаусылары күңелендә тәрән хистәр уятып, яңғырауын дауам итә. Яҙ илсеһе күңелдәрҙе иретә...
Гөлназ Хәйбуллина



