Быйыл 13 миллион ярым һум ҡаралған. Программала ҡатнашҡан эш биреүселергә субсидия бирелә. Ғаилә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 130 инвалид стажировка үткән. 2024 йыл республикала һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде.







