«Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә Балтас районының Үрге Ҡанһөйәр ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты «Сәләмәтлек» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бер ай эсендә төҙөлгән.
Модулле пунктта хеҙмәткәрҙәр һәм пациен:ттар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Сирлеләрҙе ҡабул итеү, процедура кабинеты, медикаменттар һаҡлау өсөн һәм башҡа бүлмәләр бар. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы Үрге һәм Түбәнге Ҡанһөйәр, Бүләк ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.



