Биш алдынғы хужалыҡ исемлегендә Стәрлетамаҡ районынан Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә бар. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.
Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Стәрлетамаҡ районында уңышлы эшләүсе хужалыҡтарҙан һанала. Николай Коваленко етәкселек иткән хужалыҡта 550-нән ашыу кеше эшләй. Тармаҡ үҫешенә машина менән һауыу операторҙары ла тос өлөш индерә.
Комлекста малдар өсөн өс корпус бүленгән. Яңы тыуған быҙауҙарҙы тәрбиәләүгә айырым иғтибар. Йылы бүлмәләр, тыуғас та ыуыҙ тәмләтеү, ваҡытында имеҙеү - былар бөтәһе лә тоҡомсолоҡ эшен юғары кимәлдә алып барыу мөмкинлеге бирә. Йәш малдарҙың сәләмәтлеге даими контролдә. Был корпусҡа быҙау ҡараусы һәм ветеринарҙар ғына индерелә. Малдарға ваҡытында медицина тикшереүе һәм профилактик саралар үткәрелә.
Күп тармаҡлы ауыл хужалығы предприятиеһы тоҡомсолоҡ менән етди шөғөлләнә. Былтыр голдштейн тоҡомло һыйырҙарҙан 25,4 мең тонна һөт һауылған. Комплекста ҡулланылған заманса технологиялар сифатлы һөт етештереүҙән тыш, малдарға уңайлы шарттар тыуҙырыу мөмкинлеге лә бирә.
Комплекста меңдән ашыу һауын һыйыры аҫрала. Күреүегеҙсә улар бәйҙә тормай, ә мал аҙбарында ирекле хәрәкәтләнә ала. Һыйырҙарға 18 төрлө макро һәм микрэлементтары булған органик аҙыҡ көнөнә өс тапҡыр таратыла.
Гүзәл Борханова






