Хыялдар тормошҡа аша. Луганск Халыҡ республикаһының Красный луч ҡалаһында йәшәүсе София «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашҡан. Һигеҙ йәшлек ҡыҙ космос, планеталар, йондоҙҙар системаһы менән ҡыҙыҡһына, астрономияны өйрәнә. Уларҙы яҡшыраҡ күрер өсөн телескоп тураһында хыялланған. Был хаҡта ул “Теләктәр шыршыһы”на яҙып ебәрә, хатты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алғайны. Ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашты. Уға күптән көтөлгән бүләк кенә түгел, ә Йыһан тураһында энциклопедия ла ташырылды.
Бүләктәр бының менән генә сикләнмәне. София Красный Луч ҡалаһының яңыртылған китапханаһында асылған планетарийға сәйәхәт ҡылды. Шулай уҡ Халыҡ-ара Йыһан станцияһы космонавты менән бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге булған компьютер класына ла саҡырҙылар. Муниципалетит башлығы Радий Хәбировҡа бәләкәй ҡыҙ өсөн түгел, ә тотош Красный Луч ҡалаһына күрһәткән ярҙамға рәхмәтен белдерҙе.






